Яҡты эҙе, һүнмәҫ рухы ҡалды19.06.2012
Яҡты эҙе, һүнмәҫ рухы ҡалдыЙыш ҡына яҡты донъянан иртәрәк киткән яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен һуңлап аңлайбыҙ һәм баһалайбыҙ. Һүҙ барасаҡ арҙаҡлы ил ағаһының өлгәшкән уңыштары менән район халҡы таныш булды, хатта өлкә матбуғатында ла киң яҡтыртылды, күләмле һүрәтләмәләр, репортаж һәм очерктар баҫылды.

...Рафаэль Сәйетовтың атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Шулай ҙа заман ауырлығына бирешмәй, тырышлығы, ныҡышмаллығы менән Темәс педагогия училищеһын тамамлай. Уҡытыусы, партия комитеты секретары, колхоз рәйесе, урман хужалығы директоры, хакимиәт башлығы — хеҙмәт биографияһы ҡыҫҡаса шулай.
Шәхси сифаттарын барлағанда, тәү сиратта киң күңеллелеге, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеүе, алсаҡ, ололарға ла, кеселәргә лә берҙәй иғтибарлы, ярҙамсыл, эскерһеҙ булыуы менән күҙ алдына баҫа. Һәр һүҙе тос булды. Етешһеҙлекте тура ҡарап әйтер, әммә күңелде һис ҡырмаҫ, төплө кәңәштәре менән йәшәргә һәм эшләргә өйрәтер ине.
...Егерме алты йәшендә тыуған төйәгендә коммунистарҙың лидерына әүерелгән, дәрт-дарманы ташып торған егет бөтөн көсө, белеме менән эшкә сума. Колхоздың партия комитеты секретары булып эшләгән алты йылда хужалыҡта тәрбиәүи эш юғары кимәлгә күтәрелә, иҡтисади яҡтан да уңыштар арта. Тап ошо йылдарҙа Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз бер нисә йыл рәттән КПСС Өлкә Комитетының, БАССР Юғары Советы Президиумының, КПСС район комитетының һәм район Советы башҡарма комитетының күсмә Ҡыҙыл байрағына лайыҡ була. Колхоздың үҙешмәкәрҙәре район конкурсында һәр саҡ алдынғы урын яулай.
Рафаэль Әкрәм улы айырыуса йәштәргә иғтибарҙы арттырҙы, уларҙы уҡырға ебәреүҙе ойошторҙо, етәксе органдарға эшкә тәҡдим итте. Партия етәкселегендә йәштәр ойошмаһы нығынды, тулы үҙаллылыҡ бирелде. Күптәре ВЛКСМ өлкә комитетының Маҡтау грамоталарына, юғары исемдәргә лайыҡ булды. Партия комитеты менән комсомол ойошмаһы тығыҙ бәйләнештә эшләне. Һүҙ ҙә юҡ, уларҙы ойоштороуҙа партия комитеты секретары Р. Сәйетов ҙур ярҙам күрһәтте.
Колхозда бер аҙ тәжрибә туплағас, уны иң артта һөйрәлгән Карл Маркс исемендәге колхоздың рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу өсөн көсөн дә, һаулығын да йәлләмәне, намыҫы, выжданы ҡушҡанса эшләне. Әгәр ҙә бөгөн ошо ауылдың урамдарында асфальт юлдар, заман талаптарына яуап бирерлек мәҙәниәт, көнкүреш йорттары, малсылыҡ ҡуралары һәм башҡалар төҙөлгән икән — былар тырыш етәксе хеҙмәтенең бер өлөшө генә.
Эштең бәләкәйен-ҙурын айырып ҡараманы, уртаға егелеп көсөнән килгәнсә тартты йөктө. Хоҙай Тәғәләнең уны мөһабәт кәүҙә, буй-һынлы итеүе лә юҡҡа түгелдер.
Берәү ҙә уға тормоштоң әҙер һуҡмағын тәҡдим итмәне. Үҙ аҡылы, һәләте менән һәр башлаған эшен аҙағынаса еткерҙе. Төҙөлөш алып барыу өсөн аҡса һорап, баш ҡала етәкселәренең ишектәрен аҙ шаҡыманы. Шулай ҙа үҙ һүҙен һүҙ итмәйенсә ҡайтманы.
Эйе, ул эшен йылдам һәм һүҙ тейгеһеҙ итеп алып барыуға өлгәште. Абдулла Сәиди ишан вариҫы булараҡ, ул башлаған изгелек юлы ышаныслы дауам ителде. Ғаилә нигеҙе лә ныҡлы булды. Улдары Фаил менән Рөстәм атаһының юлынан тайпылмай. Фаил оҙаҡ йылдар район ойошмаларына етәкселек итте. Хеҙмәт юлын ветеринар булып башлаған Рөстәм байтаҡ ваҡыт район хакимиәте башлығы вазифаһын уңышлы атҡарҙы.
Етәксе урындарҙа утыҙ биш йылдан ашыу эшләү һәр кемдең көсөнән килә торған эш түгел. Ундайҙар һирәк. Тик һоҡланғыс һәм намыҫлы ғүмере 67-се йәшендә ҡапыл өҙөлдө. Атҡараһы эштәре, уй-ниәттәре бихисап ине.
Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, хеҙмәт ветераны миҙалдары, БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән наградланды, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән исемгә лайыҡ булды. Рафаэль Әкрәм улы Сәйетовҡа 75 йәш тулып уҙған булыр ине. Әммә уны күреп белгәндәр, бергә эшләгән иптәштәре, яҡташтары, ырыуҙаштары һаман да ололап, йылы хәтирәләр менән иҫкә ала.
Салауат МӨХӘМӘТШИН,
хеҙмәт ветераны.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад