Республикала Р-240 трассаһы участкаһы дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтелә
Башҡортостан биләмәһендә Р-240 трассаһының бер өлөшө дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтелә. Радий Хәбиров 17 февралдә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итеүенсә, эштәр быйыл яҙ башлана.
«Бөгөн конкурс комиссияһы Р-240 юлына подрядсы иғлан итергә тейеш, сөнки яҙғыһын эштәрҙе башларға кәрәк. Был беҙҙең өсөн бик мөһим ваҡиға: Стәрлетамаҡтан Ергәнгә тиклем дүрт һыҙатҡаса киңәйтелә. Беҙ федераль юлдың ошо участкаһын эшләргә тейешбеҙ», — тине республика етәксеһе.
Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы баҡсасыларға ярҙам тураһында барлыҡ мәғлүмәтте еткерергә ҡушҡайны.