Башҡортостанда иң йәш һәм иң оло әсәнең йәше билдәле булды17.02.2025
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостанда иң йәш һәм иң оло әсәнең йәше билдәле булды

2024 йылда Башҡортостандың бала табыу йорттарында 31 028 сабый донъяға килгән. Был хаҡта «Башинформ» журналисына республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.


Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, иң йәш әсәгә — 14, ә иң олоһона 52 йәш. Сабыйҙарҙың күбеһе Өфөлә тыуған — 9679, икенсе урында — Стәрлетамаҡ (2149 сабый), өсөнсөлә иһә Нефтекама (1371 бала).


«Ныҡ бәләкәй ауырлыҡта (490 грамм) һәм баһадир (5330 грамм) балалар республиканың клиник перинаталь үҙәгендә донъяға килгән», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.


Бынан алда 2024 йылда Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йышыраҡ ниндәй сирҙәрҙән вафат булыуы билдәле булды.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-17/v-bashkirii-stal-izvesten-vozrast-samoy-molodoy-i-samoy-vozrastnoy-mamy-4124536



Вернуться назад