Башҡортостан райондарының береһендә яңы башлыҡ тәғәйенләнде17.02.2025
Фото: https://kaltasy-zarya.ru/

Башҡортостан райондарының береһендә яңы башлыҡ тәғәйенләнде

14 февралдә Ҡалтасы районында яңы башлыҡ тәғәйенләнде. 40 йәшлек Семен Цедилкин булды быға тиклем Калтасы районы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе булып эшләгән. Был турала Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Ҡалтасы районының элекке башлығы Зәбир Ғабдуллин хәҙер Мәләүез районы етәксеһе вазифаһын биләй.


Тәғәйенләнгән көндө Семен Владимирович социаль селтәрҙәге сәхифәһендә былай тип яҙҙы: «Районда эшемде яңы вазифала дауам итәм. Проблемаларҙы белеүем һәм хакимиәттең берҙәм командаһында хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһе ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн киң мөмкинлектәр аса. МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам, социаль өлкә, төҙөлөш һәм иҡтисадтың аграр секторына булышлыҡ итеү беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө мәсьәләләр булып ҡала».


Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы тәғәйенләнеүен әйтте. Бынан алдараҡ «Башинформ» Иван Ивановты район башлығы итеп тәғәйенләү тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-17/v-odnom-iz-rayonov-bashkirii-naznachen-novyy-glava-4124791



Вернуться назад