Тәрбиәселәр Башҡортостан Башлығының 575 мең һумлыҡ грантын оторға мөмкин14.02.2025
Фото: Өфөнөң 40-сы балалар баҡсаһы

Тәрбиәселәр Башҡортостан Башлығының 575 мең һумлыҡ грантын оторға мөмкин

Башҡортостанда балалар баҡсалары тәрбиәселәре республика Башлығы грантын оторға мөмкин. Конкурста 35 йәшкә тиклемге өлкән тәрбиәселәр, тәрбиәселәр, педагог-психологтар, педагог-логопедтар, уҡытыусы-дефектологтар, музыкаль етәкселәр, физкультура буйынса инструкторҙар ҡатнаша ала. Белем биреү ойошмаһында эш стажы ике йылдан кәм булмаҫҡа тейеш, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф министрлығынан.


Ведомствола белдереүҙәренсә, грант конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә мөмкин.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Радий Хәбировтың указы менән 2024 йылдың 1 ғинуарынан мәктәпкәсә белем биреү уҡытыусыларына һәр ҡайһыһы 575 мең һумлыҡ гранттар булдырылды.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-14/vospitateli-mogut-vyigrat-grant-glavy-bashkirii-v-razmere-575-tysyach-rubley-4122040



Вернуться назад