Башҡортостанда ике пенсия алыусыларға күпме өҫтәмә аҡса түләнергә тейешлеген аңлаттылар
Социаль фондта ике пенсия алыусыларға күпме өҫтәмә аҡса түләнергә тейешлеген аңлаттылар.
«Өҫтәмә түләү пенсияларҙың береһенә генә иҫәпләнә», — тип билдәләнеләр Рәсәйҙең Пенсия фондында.
Граждандарҙың ҡайһы бер категориялары, мәҫәлән, элекке хәрби хеҙмәткәрҙәр, ике пенсия алырға мөмкин. Әгәр икеһе лә дәүләттеке икән, өҫтәмә ошо пенсияларҙың береһенә иҫәпләнә. Әгәр пенсия дәүләт һәм страховка өлөштәренән торһа, өҫтәмә аҡса страховка пенсияһына түләнә.
80 йәше тулған пенсионерҙарҙы ҡараған өсөн түләүгә лә өҫтәмә тәғәйенләнә. Түләүҙең суммаһы ай һайын 1314 һум тәшкил итә.
2025 йылдың 1 ғинуарынан Социаль фонд пенсионерҙы ҡараған өсөн пенсияға өҫтәмә түләүҙәрҙе ғаризаһыҙ билдәләй. Бындай пенсионерҙы ҡараған кеше тураһында мәғлүмәт бирергә кәрәкмәй. Өҫтәмәләр йыл һайын, пенсиялар менән бер үк ваҡытта, шул уҡ сроктарҙа һәм шул уҡ тәртиптә индексациялана.
Бынан алдараҡ Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһендә кемдәрҙең ваҡытынан алда хаҡлы ялға сыға алыуы хаҡында һөйләнеләр.