2025 йыл Рәсәйҙә мәғариф системаһында Балалар ялы йылы билдәһе аҫтында уҙғарыла14.02.2025
Фото: Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы

2025 йыл Рәсәйҙә мәғариф системаһында Балалар ялы йылы билдәһе аҫтында уҙғарыла

2025 йыл Рәсәйҙә мәғариф системаһында Балалар ялы йылы билдәһе аҫтында уҙғарыла. Был хаҡта Рәсәй Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.


Рәсәй мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Александр Бугаев ҡул ҡуйған документтан күренеүенсә, 2025 йылда илдә вожатыйҙарҙы әҙерләүҙең берҙәм системаһы булдырыла һәм тәрбиә эшенең федераль программаһы раҫлана. «Рәсәй» вожатыйҙар отряды семинарҙарында, вожатыйҙар фестивалендә һәм ялды ойоштороусылар форумында белгестәр тәжрибәләре менән уртаҡлаша.


Тематик йылдың саралар планында шулай уҡ «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенең 100 йыллығы, «Орлёнок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенең 65 йыллығы, «Смена» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенең 40 йыллығы айҡанлы юбилей тантаналары бар.


Бынан тыш, Балалар ялы йылында лагерҙарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тематик көндәр, совет халҡының геноциды иҫтәлегенә «Ваҡиғалар һәм быуындар калейдоскобы» фотомарафоны ойошторола.


Хәбәр иткәнебеҙсә, ике йыл эсендә Башҡортостандың балалар лагерҙарында 11 яңы корпус төҙөлгән.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-13/2025-god-v-rossii-proydet-pod-znakom-goda-detskogo-otdyha-v-sisteme-obrazovaniya-4120481



Вернуться назад