Бөгөн көнкүрешебеҙҙә йыш ҡулланған әйберҙәр араһында еңел, тиҙ сатнап, ярылып, һынып бармауы менән күпкә уңайлы булғандары бихисап. Мәҫәлән, пластмасса һауыт-һаба, хужалыҡ өсөн кәрәк-яраҡ, уйынсыҡ һәм башҡалар. Шуныһы һөйөндөрә: уларҙың күп өлөшө Башҡортостанда сығарыла. Айырыуса Октябрьский ҡалаһының “Альтернатива” пластмасса заводы был тармаҡта ике тиҫтә йылға яҡын уңышлы эшләй.
Кооператив булараҡ “Альтернатива” 24 йыл элек теркәлгән. Ҡыҙыҡ: уның тәүге “ҡоймағы” шешә тығыны-ҡойғос була. Бөгөн ул заводтың музейында түрҙән урын алып, ҡәҙерләп һаҡлана. Үҙенең барлыҡҡа килгәненән алып предприятие күп үҙгәреш кисерә: үҙгәртеп ҡорола, ҙурая, техник яҡтан яңыртыла. Әммә исеме, продукцияһы шул көйө ҡала – “Альтернатива” фирмаһы пластмасса әйберҙәр етештереүҙе дауам итә.
Хәҙерге көндә компания һатып алыусыларға мең төрҙән ашыу тауар тәҡдим итә. Йыл һайын ассортимент яңыртыла, йәғни ихтыяж булмағандары конвейерҙан төшөп ҡалып, улар урынына йөҙләп яңыһы сығарыла.
“Альтернатива” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең иң көслө яҡтарының береһе – сифатлы сервис һәм уңайлы хеҙмәтләндереү. Компанияның менеджерҙары заказ ғына ҡабул итмәй, ә тауар һатып алыусыға барып еткәнсе яуаплылыҡ тоя. Өҫтәүенә алып барыу бушлай һәм тиҙ арала башҡарыла. Төрлө акциялар, уңайлы хаҡтар һәм әленән-әле ташламалар яһау яңынан-яңы клиенттар табырға ярҙам итә. Хәйер, предприятиеның былай ҙа даими һатып алыусыһы етерлек. Уның продукцияһы Рәсәйҙә генә таралмай, Евросоюз һәм БДБ илдәренә лә күпләп сығарыла.
Заводта сифатлы тауар етештереүгә мөмкинлек биргән барлыҡ технологик эштәрҙең тулы циклы булдырылған. Пресс-һауыт эшләү, өрҙөрөү-ҡойоу цехтары заман ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Конструктор һәм дизайнер бюроһы продукцияның сифатын яҡшыртыу, камиллаштырыу, яңы төрөн табыу тәңгәлендә даими эшләй. Һөҙөмтәлә хәҙер полимер-ҡом йүнәлеше әүҙем үҫешә. Был участкала ҡалдыҡтарҙан тротуар плиткаһы, бордюр, канализация ҡапҡасы эшләйҙәр.
“Альтернатива” компанияһы – йылдам үҫешкән предприятие, ул — юғары технология ярҙамында пластмасса әйбер етештереү буйынса Рәсәйҙә иң билдәле фирмаларҙың береһе. Уның продукцияһы матур дизайны, сағыу төҫтәре, “өркөтмәгән” хаҡы менән айырылып тора һәм, әлбиттә, кешенең иғтибарын йәлеп итә. Шуныһы ла мөһим: һәр төр тауарҙың сертификаты бар, улар ватан, сит ил фирмаларының экологик яҡтан таҙа материалынан эшләнә. Бөгөн дизайн буйынса бик күп патент алынған. Был иһә Рәсәйҙә ошо тармаҡта “Альтернатива”нан башҡа бер предприятие ла 30 проценттан ашыу продукция етештермәүен раҫлай.
Октябрьский заводы Мәскәүҙә һәм сит илдәрҙә үткәрелгән халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә даими ҡатнаша. Шулай уҡ “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары”, “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурстарынан да ҡалмайҙар. Бихисап диплом һәм награда ойошма коллективының юғары һөнәрилеген һәм абруйын ғына раҫлай. 2009 йыл йомғаҡтары буйынса “Альтернатива” компанияһы “Евразия бизнеста алдынғы” конкурсында почетлы билдәгә лайыҡ була. Икенсе йылына Францияла Европаның алтын призы һәм сифат сертификаты тапшырыла. Компания “Рәсәйҙең иң яҡшы 1000 предприятиеһы” исемлегенә индерелгән һәм Һауыт-һаба етештереүселәр ассоциацияһын ойоштороусыларҙың береһе булып тора. Ә фирманың генераль директоры Раил Камил улы Фәхретдинов – ассоциацияның президенты.
Заводтың киләсәккә пландары ҙур һәм, әлбиттә, продукцияның төрөн арттырыу, уның һатыу даирәһен киңәйтеү төп урында тора. Компания үҫә һәм яңынан-яңы үҙәр яулай.
Ф. Ғафаров әҙерләне.