Башҡортостан яугире атай булған14.02.2025
Фото: Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушевтың телеграм-каналы

Башҡортостан яугире атай булған

Тәтешле районынан «Прапор» позывнойлы махсус хәрби операция яугире Илфат Вәлинуров атай булған. Был хаҡта Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Хәҙер Илфат ҡатыны Гүзәл менән шунда йәшәй.


Илфат Вәлинуров Тәтешле районының Асауҙы ауылында тыуып үҫкән. 2022 йылдың көҙөндә, республикабыҙҙың күпселек ир-егеттәре кеүек үк, мобилизация буйынса фронтҡа алына.


«Прапор»Луганск Халыҡ Республикаһында хәрби бурыстарын үтәй. Яраланып, госпиталдә дауаланып сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш яралары яҡташыбыҙға кире алғы һыҙыҡҡа юлланырға мөмкинлек бирмәй.


Илфат Вәлинуров һөйгәне Гүзәл менән ғаилә ҡороп, Иҫке Балтас ауылында йәшәй. Уларҙың ҡыҙҙары тыуған. Ата-әсә сабыйға Эмилия тип исем ҡушҡан. Бынан тыш, «Прапор» эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ниәтләй.


«Илфат Марсель улына уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләйем», — тигән теләктәрен еткерҙе яугиргә Илгиз Субушев.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-02-14/uchastnik-svo-iz-bashkirii-stal-schastlivym-muzhem-i-ottsom-4121135



Вернуться назад