Рәсәй гражданы антын 14 йәштән бирә башлайҙар
Рәсәй гражданы антын 14 йәштән бирә башлайҙар. Илдең Дәүләт Думаһы депутаттары тейешле закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.
Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин билдәләүенсә, «Рәсәйгә килгән һәм ошо илдең гражданы булырға теләгән кеше беҙҙең закондарҙы үтәргә, традицияларҙы, мәҙәниәтте, тарихты белергә тейеш».
«Беҙ йөкләмәләр индерәбеҙ. Антты, беҙҙең закондарҙы боҙһалар, уларҙың ауырлығына ҡарап, дәүләт гражданлыҡтан мәхрүм итеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был уйланылған, төплө ҡараш. Беҙ граждандарыбыҙҙың ихтыярын тормошҡа ашырабыҙ», — тине Вячеслав Володин.
Антта граждан Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм ҡануниәтен, уның граждандарының иркен һәм хоҡуҡтарын үтәргә, мәҙәниәтен, тарихын һәм йолаларын ихтирам итергә, шулай уҡ илдең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡларға вәғәҙә бирә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Министрҙар кабинетының анттан баш тартҡан осраҡта Рәсәй Федерацияһы гражданлығын бирмәҫкә тигән идеяны хуплауы тураһында хәбәр иткәйне.