Яҙыусы Яныбай Хамматовҡа арналған почта конверты сыҡты13.02.2025
Фото: Башҡортостан Яҙыусылар союзының матбуғат хеҙмәте

Яҙыусы Яныбай Хамматовҡа арналған почта конверты сыҡты

Быйыл республикала башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығы киң билдәләнә, ошо уңайҙан яҙыусыға арналған конверт һәм махсус мисәт почта әйләнешенә сыҡты. Был хаҡта Башҡортостан Яҙыусылар союзының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.


Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала конверттың исем туйы һәм уға махсус почта штемпелен баҫыу тантанаһы уҙҙы.


«Быйыл республика ғына түгел, ә тотош Рәсәй күренекле яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы киң билдәләй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тейешле указы сыҡты. Республикала Яныбай Хамматовтың хәтерен мәңгеләштереү өсөн байтаҡ эштәр башҡарылырға тейеш тип иҫәпләйем», — тип белдерҙе Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.


Конвертта Яныбай Хамматовтың портреты, шулай уҡ уның киң билдәле «Төнъяҡ амурҙары» романын сағылдырған һүрәттәр ҙә урын алған. Штемпелдә ― яҙыу машинаһы, ҡулъяҙма биттәре һәм «Я. Х. Хамматов. Тыуыуына 100 йыл» тигән һүҙҙәр яҙылған. Тиражы – 50 000 дана.


Әйткәндәй, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың төп корпусында Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Башҡорт халҡының тарихы йырсыһы» күргәҙмәһе һәм виртуаль күргәҙмә асылды.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-13/vypuschen-pochtovyy-konvert-posvyaschyonnyy-bashkirskomu-pisatelyu-yanybayu-hammatovu-4120507



Вернуться назад