Башҡортостанда Стәрлетамаҡ күпере төҙөлөшө 2026 йылда тамамлана
Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы аша яңы күперҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Республика етәксеһе билдәләүенсә, күпер ҡаланы башҡа муниципалитеттар менән тоташтырған мөһим транспорт юлы булып тора.
«Иҫкеһенә быйыл 45 йыл була. Беҙ күптән уны төҙөкләндерергә вәғәҙә иткәйнек. Хатта халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн күләмле эштәр осоронда ваҡытлыса понтон күпер асырға тигән план бар ине. Ләкин һөҙөмтәлә икенсе ҡарарҙа туҡталдыҡ. Ике һыҙатлы яңы күпер әлегеһе кеүек була. Уны файҙаланыуға тапшырғас, элеккеһен нимә эшләтергә икәнен уйларбыҙ», — тип яҙҙы Хәбиров.
Билдәле булыуынса, республикала алты йыл буйына милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 214 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән.