1 марттан ер участкаларын теркәү тәртибе үҙгәрә
2025 йылдың 1 мартынан «Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» 487-се федераль закон үҙ көсөнә ингәс, Рәсәйҙә ер участкалары менән килешеүҙәрҙе теркәү тәртибе үҙгәрә. Был турала Росреестрҙан хәбәр иттеләр.
Мәҫәлән, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында уның сиктәренең урынлашҡан урыны тураһында мәғлүмәттәр булмаһа, ер участкаһын теркәү мөмкин түгел. Шулай уҡ иҫәпкә алынмаған ер участкаһында урынлашҡан бинаға, ҡоролмаға йәки тамамланмаған төҙөлөш объектына хоҡуҡты теркәргә йәки кадастр иҫәбенә ҡуйырға ярамай. Был яңы милекселәрҙең хоҡуҡтарын яҡларға тейеш.
Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында ер участкаһының сиктәре тураһында мәғлүмәттәрҙең булыу-булмауын тикшереү бик ябай. Бының өсөн Росреестрҙың кадастр картаһын асып, кадастр номеры йәки адрес буйынса ҡыҙыҡһындырған участканы табырға мөмкин. Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына участка сиктәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе кадастр иҫәбен алып барыу тураһында ғариза һәм межалау планы нигеҙендә индерергә мөмкин, уларҙы теркәү органына тапшырырға кәрәк.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда өс йылда күсемһеҙ милек тураһында мәғлүмәттәрҙә 72 меңгә яҡын хатаны төҙәтеүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.