Яҡташыбыҙ 15 килограмдан ашыулыҡ суртан тотҡан12.02.2025

Яҡташыбыҙ 15 килограмдан ашыулыҡ суртан тотҡан

Асҡын районының Любимовка ауылынан Виктор Уваров 15,5 килограмм ауырлыҡтағы суртан тотҡан.


Йома көндө ул Әүәҙәй ауылы янындағы Төй йылғаһына балыҡ тоторға килгән. Виктор әйтеүенсә, ҙур суртанды сығарыуы еңелдән булмаған.


«Балыҡты һыуҙан тартып сығарыу өсөн сәғәт ярым ваҡыт китте. Ярай әле, ҡармаҡ ебе өҙөлөп, суртаным ҡаса алманы. Өс тапҡыр шулай булғайны инде», — тип һөйләгән балыҡсы «Асҡын яңылығы» гәзитенә.


Виктор Борисович табышын  туғандарына һәм таныштарына таратып биргән, иҫтәлеккә фотоға ла төшкән.


Викторҙың 45 йылдан ашыу балыҡ тотоу менән мауыға. Бигерәк тә ул ҡышҡыһын балыҡҡа йөрөргә ярата.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-11/zhitel-bashkirii-poymal-schuku-vesom-bolee-15-kg-4117274



Вернуться назад