Үзбәкстан ҡалаларын Башҡортостан гортензиялары биҙәй
Башҡортостандан Үзбәкстанға гортензиялар оҙатылды. Ишембай предприятиеһы экспорт өсөн 55 үҫенте әҙерләгән, тип хәбәр итә Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығы.
Күҙәтеү ведомствоһының дәүләт инспекторҙары гортензияларҙың сифатын тикшерҙе. Энтомологик экспертиза һөҙөмтәләре буйынса был үҫемлектәрҙә зарарлы организмдар асыҡланмаған.
Башинформ хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы продукцияһын етештереүселәре алты йыл «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын ғәмәлгә ашырған осорҙа сит илгә поставканы 2,8 тапҡырға арттырған: әгәр 2019 йылда республика агросәнәғәт комплексына экспорт күләме 330,9 мең тонна ($112,6 миллион) тәшкил итһә, 2024 йылда күрһәткестәр 620 мең тоннаға ($320,9 миллион) тиклем артҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».