Роспатент республиканың яңы брендын – Башҡорт балаҫын теркәне12.02.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Роспатент республиканың яңы брендын – Башҡорт балаҫын теркәне

Роспатент Башҡортостандың яңы төбәк брендын – Башҡорт балаҫын теркәне. Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итте.


Был иһә республиканың географик күрһәткес статусына эйә булған өсөнсө бренды. Быға тиклем Мансур граниты һәм Башҡорт мамыҡ шәле теркәлгәйне. Бөгөн Башҡортостанда 10 бренд бар, ошо йүнәлештә эш дауам итә.


Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, төбәк бренды – республиканың визит карточкаһы, шулай уҡ илдең иҡтисади үҫешенең ҡеүәтле ҡоралы. Брендтарҙы теркәү Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың ҡушыуы буйынса башланды. Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт менән берлектә төбәк брендтарын асыҡлау һәм теркәү өҫтөндә әүҙем эшләй. Әлеге ваҡытта реестрҙа Рәсәй субъекттарының 369 үҙенсәлекле тауары теркәлгән.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Өфөнө беренсе бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы тип таныуҙары мөмкин.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-12/rospatent-zaregistriroval-novyy-brend-respubliki-bashkirskiy-palas-4118333



Вернуться назад