Башҡортостанда М-7 һәм Р-240 автомобиль трассалары кеҫә телефоны бәйләнеше менән тәьмин ителә
Башҡортостанда М-7 һәм Р-240 автомобиль трассалары 2025 йылда тулыһынса кеҫә телефоны бәйләнеше менән тәьмин ителә. Республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо хаҡта хәбәр итте.
«Операторҙар мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта М-7 һәм Р-240 автомобиль юлдары 97 процентҡа кеҫә телефоны бәйләнеше менән тәьмин ителгән, 2025 йылдың аҙағынаса был күрһәткес 99 процентҡа етер тип көтөлә», – тип билдәләне Разумикин.
Бынан алда «Башинформ» Белорет трассаһы участкаһында сымһыҙ телефон бәйләнеше барлыҡҡа килеүе тураһында хәбәр иткәйне.