— Күҙең тондомо?
— Кәзә!
— “Сәйнүк!” – ҡалаларҙа транспорт хәрәкәте көслө булған урындарҙа машиналары менән бәрелешкән водителдәр йыш ҡына бер-береһен шулай “сәләмләй”. Айырыуса иртән һәм кискә ҡарай, халыҡтың эшкә барыу, ҡайтыу мәлендә, тегендә-бында ошондай күренеште күҙәтергә була. Бының сәбәбе билдәле: транспорт күп, тығын хасил була, сөнки законһыҙ нигеҙҙә пассажир ташыусы “Газель”, “Пазик”тар мыжғып йөрөй. Улар юл хәрәкәтендә көсөргәнешлек кенә тыуҙырып ҡалмай, электән хеҙмәтләндергән дәүләт транспорт компанияһы водителдәрен ҡыйын хәлгә ҡалдыра. Айырыуса был мәсьәлә Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында бигерәк киҫкен тора.
14 июндә Стәрлетамаҡта законһыҙ нигеҙҙә пассажир ташыуға ҡаршы “Башавтотранс” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең пикеты үтте. ”Беҙ ғәҙел конкурентлыҡ яҡлы”, “Рөхсәтһеҙ пассажир ташыуға юл ҡуйылмаһын!” – шундай плакаттар менән урамға сыҡты компания водителдәре һәм кондукторҙары. Сарала шулай уҡ уны ойоштороусы Башҡортостандың автотранспорт һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы комитеты вәкилдәре лә ҡатнашты. Пикет уҙғарыуға тармаҡта килеп тыуған хәл: пассажир ташыу күләме кәмеү, шунлыҡтан эш хаҡын түләүҙә тотҡарлыҡ, кадрҙарға ҡытлыҡ мәжбүр иткән. Транспортсылар урындағы властың муниципаль маршрутҡа конкурста ҡатнашмаған шәхси предприятиеларҙы индереүгә ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдерә.
Кисә Өфөлә “Комсомольская правда”ның матбуғат үҙәгендә тармаҡ профсоюздарының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әсәҙуллин менән осрашыу пикеттың ниндәйҙер кимәлдә дауамы булып торҙо. Рөстәм Тәлғәт улы проблемаға ентеклерәк туҡталып, пассажирҙар ташыуҙағы бөгөнгө хәл ҡапыл ғына һәм әле генә килеп тыуманы, тип билдәләне. Профсоюздар был мәсьәләне бер нисә йыл күтәреп килә, әммә баш-баштаҡлыҡ дауам итә, сөнки, сер түгел, шәхси машиналарҙың хужалары йә бер яуаплы вазифа биләүсе, йә уның ҡурсалауындағылары. Транспортсылар юҡҡа хәүефләнмәй. Мәҫәлән, Өфөнө генә алайыҡ. Рөстәм Әсәҙуллин белдереүенсә, бөгөн ҡалала пассажирҙар ташыу өлкәһендә ун мең автобус теркәлгән. Хеҙмәтләндереүгә ике мең берәмек тә етә, тип иҫәпләй ул, ә ғәмәлдә маршруттарҙа биш-алты мең автобус йөрөй. Шуларҙың яртыһы конкурста ҡатнашмаған.
— “Башавтотранс” бөтә талаптарҙы үтәп хеҙмәт күрһәтә: конкурста ҡатнаша, водителдәр әҙерләй, уларҙың квалификацияһын күтәрә, матди-техник базаһы ла ныҡлы, – тине профсоюз етәксеһе.– Водителдәребеҙ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә үтәй, рейс алдынан медицина тикшереүен даими үтә. Ә эшҡыуарҙарға ҡарата быны әйтеп булмай: уларҙа хеҙмәткәрҙәр хеҙмәт килешеүе нигеҙендә эшкә урынлашмай, шунлыҡтан социаль гарантия юҡ. Транспорт иҫке, водителдәрҙең әҙерлеге йомшаҡ.
Ошоно иғтибарға алып, үҙ талаптарын власҡа ишеттерергә тырыша тармаҡ профсоюздары – конкурстан үтмәгән, законһыҙ нигеҙҙә пассажир ташыу менән шөғөлләнгәндәрҙе маршруттарҙан алырға; “Пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль законды тиҙерәк ҡабул итеүҙе талап итергә, сөнки ул биш йыл инде Дәүләт Думаһында ята. Һамар, Пенза, Татарстанда бындай проблема юҡ икән. Өфөлә лә транспортсыларҙың пикеты уҙасаҡ, ул 19 июнгә билдәләнгән.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ.