Яңы йондоҙ табылған07.12.2011
“Кеплер” телескобы Ҡояшҡа оҡшаған йондоҙ эргәһендә йәшәүгә яраҡлы планета тапҡан. Яңы объектҡа Кеплер-22в исемен биргәндәр. Ул ерҙән 600 яҡтылыҡ йыл алыҫлығында урынлашҡан. Йондоҙ ҡояштан бер нисә тапҡырға һыуығыраҡ һәм бәләкәсерәк.
Кеплер-22в үҙ ҡояшы тирәләй 290 көн эсендә әйләнә. Уның тулыһынса газдан тороуы ла ихтимал. Өҫтөндә һыу ҙа бар, тип фаразлай белгестәр.