Республикала дүрт балалар баҡсаһы карантинға ябылды11.02.2025
Фото: Ксения Калинина

Республикала дүрт балалар баҡсаһы карантинға ябылды

Һуңғы аҙнала Башҡортостанда респиратор инфекциялар менән ауырыусыларҙың 13% артыуы күҙәтелә. Һан яғынан ҡарағанда, был 23 меңдән ашыу осраҡ, шуларҙың яртыһы – 14 йәшкә тиклемге балалар. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан республикала респиратор инфекциялар буйынса эпидемиологик хәл тураһында хәбәр иттеләр.


«Республикала дүрт балалар баҡсаһы карантинға ябылды, шулай уҡ ун ете мәктәптә егерме ете класс һәм ете балалар баҡсаһында ете төркөм эшләмәй, — тип белдерҙеләр ведомствола. — Башҡа респиратор вирустар араһында грипп вирустарының өлөшө артыуын дауам итә һәм осраҡтарҙың дөйөм һанынан 50% етте».


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-02-11/v-bashkirii-zafiksirovali-rost-zabolevaemosti-respiratornymi-infektsiyam-4116745



Вернуться назад