Мартта Өфөнән Минскиға икенсе тура авиарейс асыла11.02.2025

Мартта Өфөнән Минскиға икенсе тура авиарейс асыла

3 марттан Өфө – Минск маршруты буйынса аҙнаһына икенсе тура авиарейс асыу планлаштырыла. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.


Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһының Беларусь Республикаһына сәфәре барышында тура авиабәйләнеште үҫтереү тураһында килешеүҙәр төҙөлдө. Яңы тура авиарейсты асыу «Башҡортостан-Белоруссия оҙон ғүмерлелеге» проектын артабан үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш, уның сиктәрендә ике йыл эсендә республикабыҙҙан өлкән йәштәге 3 меңгә яҡын кеше Белоруссияға барып ҡайтты.


Бынан алдараҡ «Башинформ» 2025-2027 йылдарға Башҡортостан менән Белоруссия араһында хеҙмәттәшлек картаһы хаҡында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-11/v-marte-iz-ufy-v-minsk-zapustyat-vtoroy-pryamoy-aviareys-4116782



Вернуться назад