Өфөлә беренсе курстар фестивале ойошторола
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә беренсе курс студенттары өсөн күләмле фестиваль тураһында белдерҙе. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, сара сентябрҙә Өфөнөң Көрәш һарайында була.
«Уҙған аҙнала Өфөлә студенттарҙың #Өйҙә фестивален үткәрҙек. Был Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында уҡыған студенттар менән бәйләнеште өҙмәү өсөн системалы эшебеҙҙең бер өлөшө булып тора. Көрәш һарайы майҙансығы ошондай күләмле саралар ойошторорға мөмкинлек бирә. Форматы бик уңышлы. Республиканың мәҙәни тормошона инһендәр, студент тормошоноң үҙенсәлектәре менән танышһындар өсөн беренсе курс студенттарына ла шундай сара ойошторорға булдыҡ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостандың республикабыҙ студенттарына нисек ярҙам итеүе тураһында тулыраҡ «Башинформ» материалында уҡырға мөмкин.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-11/v-ufe-proydet-festival-pervokursnikov-4116683