Яҡташыбыҙ матурлыҡ конкурсында 40-сы тажын яуланы11.02.2025

Яҡташыбыҙ матурлыҡ конкурсында 40-сы тажын яуланы

Өфө ҡыҙы гүзәллек конкурсында 40-сы тажын яуланы. Рәсәйҙә ойошторолған матурлыҡ конкурстарының күп тапҡыр еңеүсеһе Светлана Шевцова донъя рекордына дәғүә итә.


Яңыраҡ уның еңеүҙәр коллекцияһын Рәсәйҙең Көнсығыш принцессаһы тажы тулыландырҙы. Мине төрлө гүзәллек конкурстарына йыш саҡыралар, ләкин мин сараларҙы бик ентекле һайлайым һәм бөтә бьюти-шоуҙарҙа ла ҡатнашмайым, ти Светлана.


«Рәсәйҙең Көнсығыш принцессаһы» конкурсында ҡатнашырға булдым, сөнки мин – Ҡандракүл башҡорто, көнсығыш матурлығы темаһы миңә яҡын», – тип һөйләй Светлана Шевцова.


«Рәсәйҙең Көнсығыш принцессаһы» конкурсы Өфөлә үтте. Башҡортостан һылыуҡайҙары төрлө йәш категорияларында гран-при исеме өсөн көрәште.


Жюри ағзалары 6 еңеүсене (гран-при) билдәләне: Виктория Уймина, Дарьяна Ихсанова, Камилла Фәйзуллина, Данилина Кузиәхмәтова, Айгөл Сәғәҙиева һәм Светлана Шевцова.


Беренсе урындарҙы Мәликә Минһажева, Айгүзәл Халиҡова, Амелия Ғибәҙәтова, Нәркәс Хисмәтова, Алина Рәжәпова, Гөлминәз Ғүмәрова һәм Эльмира Килдейәрова яуланы. Икенсе урында –Йәсминә Әмирова, Эльвина Хәкимова һәм Лилиана Латипова.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-10/devushka-iz-ufy-zavoevala-40-yu-koronu-na-konkurse-krasoty-4115673



Вернуться назад