Яуап асыҡлыҡ индермәне16.06.2012
Редакцияға Ишембай районының Ҡанаҡай ауылынан Ишмөхәмәт Баймөхәмәтов мөрәжәғәт иткәйне. Уның яҙмаһы “Беҙҙе кем ҡурсалар?” тигән баш аҫтында 4 майҙа баҫылды. Был мәҡәләгә ҡарата ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары М.Т. Мусиндан яуап алдыҡ:

“Берғамыт” һыу алыу ҡоролмаһы менән 1973 йылдан файҙаланалар. Был Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы биргән лицензия-килешеү хоҡуғы нигеҙендә “Һыу менән тәьмин итеү компанияһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте тарафынан башҡарыла. ”Берғамыт” һыу алыу ҡоролмаһында шишмәнән алынған һыу күләме Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы тәғәйенләгән нормаларға ярашлы алына. Эсәр һыу предприятие, ойошмалар, Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡы һәм Ишембай районында йәшәүселәрҙең хужалыҡ-көнкүреш мәнфәғәттәренә тотонола. Ишембай районының тораҡ пункттарында йәшәүселәр “Һыу менән тәьмин итеү компанияһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә был хеҙмәт өсөн түләмәй.
“Берғамыт” һыу алыу ҡоролмаһының эше Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы раҫлаған планға ярашлы тикшерелә, Һәләүек йылғаһына тейешле кимәлдә ҡойола.
Ошоларҙы иҫәпкә алып, “Һыу менән тәьмин итеү компанияһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һыу менән файҙаланыу килешеүен еренә еткереп үтәй, тип һанайбыҙ. Башҡортостандың Ишембай һәм башҡа райондарындағы һыу ятҡылыҡтарының һайығыу сәбәптәрен һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ менән бәйләйбеҙ”.
Л. ҒАФАРОВА.


РЕДАКЦИЯНАН:
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары яҙған хаттың һуңғы өлөшөн урыҫ телендә биреүҙе кәрәк тип таптыҡ: “Основной причиной обмеления рек и водоемов не только в Ишимбайском, но и других районах Башкирии является маловодье и аномальная жара прошлых лет”. Вазифа биләп, халыҡҡа хеҙмәт иткән, республиканың киләсәге өсөн янып-көйөп йөрөргә тейешле кешенең Башҡортостанды “Башкирия” тип яҙыуы, беҙҙеңсә, бер ҡалыпҡа ла һыймай. Унан тыш, “яуап”та Ишмөхәмәт Баймөхәмәтовтың мәҡәләләһендә аныҡ һорауға тулы яуап юҡ. Бының сәбәптәрен аңлатыуҙы һорап, М.Т. Мусин исеменә ҡабат хат ебәреләсәк.


Вернуться назад