Баш ҡалала етемдәрҙең 93% тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә йәшәй10.02.2025

Баш ҡалала етемдәрҙең 93% тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә йәшәй

Өфөлә 1,5 меңгә яҡын бала дәүләт ҡарамағында. Өфөнөң Опека һәм попечителлек идаралығы мәғлүмәте буйынса, 1468 тулы һәм социаль етемдәрҙең 93% тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә йәшәй.


2024 йылда Өфөлә 236 бала (2023 йылда иһә 289) етем ҡалған. Шул иҫәптән алты сабыйҙан баш тартҡандар. Тәүҙә улар 19 булған, ләкин 13 әсәне балаларын ҡалдырырға күндергәндәр, тип хәбәр итте идаралыҡ етәксеһе Ильнара Сатаева.


Былтыр ғаиләләргә урынлаштырылған балалар 19% артҡан: 390 етем уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алынған, йәки опекаға бирелгән.Ә  72-һе балалар йорттарына һәм приюттарға оҙатылған.


«Ғаиләнең имен булмауын иртәрәк асыҡлау һәм ғаиләгә ваҡытында ярҙам күрһәтеү етемлек проблемаларын хәл итеүҙең төп юлы булып ҡала. 2024 йылда 336 бала тәрбиәләнгән 168 ғаилә ярҙам алды», — тип хәбәр итте Ильнара Сатаева.


Хәбәр иткәнебеҙсә, уҙған йылда Башҡортостанда 1025 етем торлаҡлы булды.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-10/v-ufe-93-sirot-vospityvayutsya-v-zameschayuschih-semyah-4114835



Вернуться назад