Башҡортостанда чиновниктың өләсәһе 102-се тыуған көнөн билдәләне10.02.2025
Фото: Сергей Озерцов

Башҡортостанда чиновниктың өләсәһе 102-се тыуған көнөн билдәләне

«Хәләл ефетем менән өләсәйемде, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын тыуған көнө менән ҡотланыҡ! Уға бөгөн 102 йәш тулды», – тип яҙа социаль селтәрҙә Сибай хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Сергей Озерцов.


Әйткәндәй, Башҡортостанда көтөлгән ғүмер оҙайлығының артыуы теркәлгән – 73,13 йәш. Быйыл йыл аҙағына республикабыҙҙа көтөлгән ғүмер оҙайлығы 74 йәшкә етергә тейеш.


Бынан алдараҡ Учалы районының Миндәк ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны, тыл эшсәне Александра Леоноваға 100 йәш тулыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-09/v-bashkirii-babushka-chinovnika-otmetila-102-y-den-rozhdeniya-4114396



Вернуться назад