19 июндән 21-енә тиклем Өфөлә "Урман һәм ағас эшкәртеү. Йорт төҙөлөшө-2012" XVI һәм "Йыһаз. Интерьер-2012" XVIII төбәк-ара махсуслашҡан күргәҙмәләре эшләйәсәк. Сараны "БашЭКСПО" күргәҙмәләр үҙәге Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте, Урман хужалығы министрлыҡтары һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән берлектә үткәрә.
Быйыл күргәҙмәлә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тыш Башҡортостан урман сәнәғәте компанияһы, Өфө урман хужалығы техникумы, Әмзә урман комбинаты, Өфө фанера һәм Өфө фанера-плитә комбинаттары, "Ишмебель" мебель фабрикаһы, "Оптима", "Селена" һәм "Башмебель-плюс" компаниялары ҡатнаша. Күргәҙмәгә килеүселәр илебеҙҙең ағас эшкәртеү сәнәғәте, ағастан яһалған йорттар, йыһаз, интерьер менән танышыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Бынан тыш, Башҡортостандың һөнәрселек палатаһы әҙерләгән стендта ағастан эшләнгән төрлө әйберҙәр, декорҙар менән танышырға мөмкин.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.