Дәүләт Думаһында балаға пособиены нисек тәғәйенләүҙәрен иҫкә төшөрҙөләр
Февраль айында арттырылған социаль түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар араһында бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие ла бар. Дәүләт Думаһында белдереүҙәренсә, түләүҙең күләме бала тыуған көнгә билдәләнә. 2025 йылдың февраленән төп күләме яҡынса 27 мең һум тәшкил итә.
Был пособие илдең теләһә ниндәй төбәгендә яңы тыуған сабыйҙың ата-әсәһенең береһенә түләнә (килеме һәм эше булмаһа ла). Әгәр ике йәки өс игеҙ бала тыуһа, пособие һәр сабыйға бирелә.
Ҡағиҙә булараҡ, пособие әсәнең исеменә күсерелә, ләкин уның бала табыр алдынан рәсми эше булмаһа, ә тормош иптәше эшләп йөрөгән осраҡта, пособие уға эшләгән урыны буйынса күсә. Әгәр ике ата-әсә лә эшләмәй икән, аҡса алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки Рәсәйҙең Социаль фонды йә иһә Күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә ғариза яҙырға мөмкин.
Башҡортостанда бала тыуғанда пособие күләме хәҙер 31 мең һумға яҡын (15% Урал коэффициентын иҫәпкә алып).