Синоптиктар ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте07.02.2025
Фото: Ксения Калинина

Синоптиктар ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар ял көндәренә һауа торошон фаразланы. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе һәм йәкшәмбе, 8 һәм 9 февралдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -9, -14°, урыны менән -17, -22°, көндөҙ -4, -9°, таулы райондарҙа -2, +3°.


Бөгөн, 7 февралдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көньяҡ-көнсығышта көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -5, -10°, таулы райондарҙа 0° тиклем.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-07/sinoptiki-soobschili-o-pogode-v-bashkirii-v-predstoyaschie-vyhodnye-4111642



Вернуться назад