Р-240 Өфө — Ырымбур трассаһы участкаһында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде
Р-240 Өфө — Ырымбур трассаһы участкаһында пассажир автобустары, йөк транспорты, маршрут һәм еңел такси өсөн хәрәкәт сикләнде. «Урал буйы» юл идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, сикләү 7 февралдә 12 тула 20 минуттан алып ғәмәлгә индерелде (Яңы Васильевка ауылынан Салауатҡа тиклем). Был участканы Салауат ҡалаһы аша урап үтергә кәрәк.
Быға һауа шарттарының боҙолоуы сәбәпсе.
Юлдың ошо участкаһы бөгөн көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем ябыҡ, ләкин һауа торошона ҡарап үҙгәреүе лә мөмкин.