Марттың һуңғы көнөндә республика халҡын өҫтәмә ял көтә
Башҡортостан халҡын марттың һуңғы көнөндә Ураҙа байрамына бәйле өҫтәмә ял көтә. Быйыл мосолман байрамы йәкшәмбегә, 30 мартҡа, тура килә. Шуға ял көнө дүшәмбегә, 31 мартҡа, күсерелә.
Ураҙа байрамы донъя мосолмандарының 30 көнлөк ураҙаһы тамамланғас, изге Рамаҙан айының аҙағында билдәләнә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда 2025 йылға Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары датаһын билдәләүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.