Элекке көсөгөҙ ҡайҙа, уҡытыусылар?16.06.2012
Беҙ — совет осоро балалары. Заман ҡушҡанса, һәр беребеҙ илде үҫтереүгә, нығытыуға һәм күтәреүгә өлөш индерҙе.

Ауыл интеллигенцияһына икеләтә бурыс йөкмәтелгәйне. Балаларға төп белемде биреүҙән тыш, улар колхозсыларға лекция һөйләне, сәйәси мәғлүмәт менән даими таныштырып барҙы. Ҡышҡыһын — ферманың “ҡыҙыл мөйөш”өндә, яҙлы-көҙлө баҫыуҙарҙа стена гәзите сығарыу, үҙҙәрендә генә түгел, ә күрше ауылдарға сығып концерттар күрһәтеү эше лә ауыл интеллигенцияһының иңендә булды. Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы мәлендә улар һәр саҡ алдан йөрөнө.
Был юлдарҙы ни өсөн яҙам? Белеүебеҙсә, оҙаҡламай гәзит-журналға икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу тамамлана. Ә хәл нисек һуң? Элекке осор менән сағыштырғанда — ер менән күк араһы. Беҙҙең дәүерҙә уҡытыусылар үҙҙәре күпләп гәзит-журнал алдырып, халыҡты ла шуға әйҙәй ине. Хәҙер был сара бөтөнләй онотолдо. Элемтә хеҙмәткәрҙәре, почтальондар уҡытыусыларҙың үҙҙәрен өгөтләргә мәжбүр.
“Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһы уңышлы башланғыс булды. Әммә уны ойоштороуҙа ла уҡытыусылар түгел, ә гәзиттең хәбәрселәре йүгереп йөрөнө. Шулай ҙа акция арҡаһында, мәҫәлән, Ҡолсора урта мәктәбендәге өс тиҫтәгә яҡын уҡытыусының яртыһы “Йома” һанына ғына яҙылып (тотош ярты йылға ла түгел әле!), редакцияның “Почет таҡтаһы”на индерелде. Ә икенсе ярты йыллыҡҡа ошо уҡ “Йома”ға ике педагог ҡына өҫтөнлөк биргән. Ә бына Муллаҡай мәктәбенән берәү ҙә төп милли баҫмаға яҙылыуҙы кәрәк тип тапмаған.
Ошо урында элекке мәғариф ветераны, ярты быуат ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған Хәким Моратовты уҡытыусыларға үрнәк итеп ҡуйыр инем. 86 йәш менән барған ветеран “Башҡортостан” гәзитенән һис айырылғаны юҡ.
— Төп милли баҫмабыҙ миңә халҡыбыҙҙың рухи көсөн тойоп йәшәргә булышлыҡ итә, — ти аҡһаҡал.
Ғөмүмән, уҡытыусылар элек-электән алға әйҙәүсе көс булды һәм әле лә был ролде юғалтмау зарур. Ауыл хакимиәте мәктәп менән берлектә эш алып барһа, гәзит-журналға яҙылыу киҫкен мәсьәләгә әүерелмәҫ ине. Бары теләк кенә кәрәк. Һәр уҡытыусы төп милли баҫмабыҙ “Башҡортостан”ды көн дә уҡып барырға тейеш.
Салауат МӨХӘМӘТШИН,
хеҙмәт ветераны.
Баймаҡ районы,
Ҡолсора ауылы.


Вернуться назад