Баш ҡалала автобус водителдәрен тикшереү башланды06.02.2025
Фото: Өфөнөң дәүләт автоинспекцияһы

Баш ҡалала автобус водителдәрен тикшереү башланды

6 февралдә иртән Өфөлә пассажир транспортын тикшереү башланды. Баш ҡаланың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, төп маҡсат – аварияларҙы кәметеү, автобус водителдәренең юл ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеү һәм ҡала транспортында пассажирҙар ташыу хәүефһеҙлеген арттырыу.


Автоинспекторҙар рейдтарҙы юл хәрәкәте һәм пассажирҙар ташыу ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын асыҡлау һәм быға юл ҡуймау буйынса техник контроль подразделениелары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уҙғара.


«Автобустарҙың техник торошона, водителдәрҙең рейс алдынан табиптар һәм техник тикшереү үтеүенә, уларҙың хеҙмәт һәм ял режимына айырым иғтибар бирелә», — тип белдерҙеләр Өфө дәүләт автоинспекцияһында. 


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-06/v-ufe-nachalis-massovye-proverki-voditeley-avtobusov-4110099



Вернуться назад