Йәйгә Өфөлә 1100 түләүле парковка урыны булдырыла
2025 йылдың йәйенә үк Өфө үҙәгендә 1100 түләүле парковка урыны барлыҡҡа килә, тип хәбәр итте журналистарға баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.
«Муниципаль контракттарға ҡул ҡуйылды. Ҡар иреп бөткәс тә, мәғлүмәти-аңлатыу эшен башлайбыҙ, тариф һәм мәғлүмәт системаһының нисек эшләүен аңлатырбыҙ. Шулай уҡ тейешле юл билдәләре ҡуйырға кәрәк», – тине ул.