Республикала «Рәсәйҙең почетлы донорҙары»на 18 мең һум түләнә06.02.2025
Фото: Ленара Иванованың социаль селтәрҙәре

Республикала «Рәсәйҙең почетлы донорҙары»на 18 мең һум түләнә

Башҡортостанда «Рәсәйҙең почетлы донорҙары» исеменә лайыҡ булған 11,2 меңдән ашыу кешегә 18 мең һумдан ашыу аҡса түләнә. Был хаҡта Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.


Уның һүҙҙәренсә, түләүгә «Рәсәйҙең почетлы доноры» һәм «СССР-ҙың почетлы доноры» исеменә лаййыҡ булған граждандар иҫәп тота ала. Аҡса 2025 йылдың 1 апреленә тиклем күсерелә.


Ленара Иванова һөйләүенсә, «Рәсәйҙең почетлы донорҙары»ның береһе Гөлнара Сабурова — Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Нефтекама ҡалаһы филиалы хеҙмәткәре. Яҡташыбыҙ бына 10 йылдан ашыу даими рәүештә ҡан плазмаһы тапшыра, шул рәүешле ғүмерҙәрҙе ҡотҡара. Уның һөнәри эшмәкәрлеге лә кешеләргә түләүҙәр һәм льготалар юллауҙа, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам күрһәтеүгә бәйле.


Почетлы донорҙарға түләү тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә мөмкин.


Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда донорҙар бер йылда 73 мең тапҡыр ҡан тапшырған.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-06/v-bashkirii-pochetnye-donory-rossii-poluchat-18-tysyach-rubley-4110322



Вернуться назад