Башҡортостан Хөкүмәте Өфөлә янғындан зыян күргән ике ғаиләгә матди ярҙам күрһәтте.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың бойороғона ярашлы, гуманитар фажиғәләрҙә зыян күргән, шулай уҡ ауыр хәлгә тарыған кешеләргә ярҙам итеү маҡсатында ойошмаларҙан һәм айырым кешеләрҙән аҡса йыйыу өсөн махсус иҫәп асылғайны. Был ғаиләләргә ярҙам ошо иҫәптән күрһәтелде.
Өфөләге шәхси йорттарҙың береһендә янғын сығыу һөҙөмтәһендә оло йәштәге ҡатын һәләк була, уның ире, балалары һәм өс ейәне урамда тороп ҡала. Тағы ла бер ғаилә, 2010 йылдың көҙөндәге янғындан һуң торлағын юғалтыу сәбәпле, мунсала көн күрергә мәжбүр.
Л. ФӘРИТОВА.