Башҡортостандың Федераль һалым хеҙмәте һалым льготалары тураһында иҫкә төшөрҙө
Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләр һәм пенсионерҙар һалым льготалары менән файҙалана ала. Әйтәйек, тәүгеләр өсөн транспорт, ер һәм мөлкәт һалымдарына льгота ҡаралған.
Икенселәре өсөн льготалар пенсия алды йәшендәгеләргә лә ҡағыла (йәғни 55 йәштән үткән ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 60 йәше тулған ир-егеттәргә). Уларға бер күсемһеҙ милек объекты: йорт, фатир йәки бүлмә, гараж йәки машина урыны, хужалыҡ ҡаралтыһы өсөн мөлкәт һалымын түләмәҫкә мөмкин.
Ер һалымы буйынса бер ер участкаһының дөйөм хаҡынан 600 квадрат метр кадастр хаҡы күләмендә һалым ҡайтармаһы бирелә.
Льгота менән файҙаланыу өсөн 30 апрелгә тиклем һалым инспекцияһына, Күп функциялы үҙәккә йәки ситтән тороп «Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» сервисы аша ғариза бирергә кәрәк. Уға Дәүләт хеҙмәттәре порталынан пароль менән инергә мөмкин.
Хәбәр иткәнебеҙсә, социаль һалым ҡайтармаһы 30 мең һумға арттырылды.
https://www.bashinform.ru/news/likbez/2025-02-05/fns-bashkirii-napomnila-o-nalogovyh-lgotah-4109494