Благовещен районында ғаилә боронғо рецептар буйынса икмәк бешерә
Йәш эшҡыуар Данил Уланов һәм уның ҡатыны Кристина былтыр Благовещен районының Удельно-Дыуанай ауылында яңы икмәкхана асҡан. Икеһе лә университетта уҡып йөрөй. Улар өсөн был бизнес ҡына түгел, ә ғаилә традицияларын дауам итеү ҙә. Благовещен районының бизнес-шерифы Гөлназ Харисова Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөндә ошо хаҡта яҙған.
Данилдың әсәһе Наталья Уланова – тәжрибәле эшҡыуар. Уның ауылда магазины һәм кафеһы бар. Ханым улына үҙ эшен ойоштороуҙа ярҙам иткән. Данил менән Кристина үһ ғаиләһендә быуындан-быуынға тапшырыла килгән рецептар һәм традициялар менән илһамланып, эшкә тотонған. Эшҡыуарҙар оло йәштәге яңғыҙ ауылдаштары тураһында ла хәстәрлек күрергә һәм магазинға йөрөй алмағандар өсөн социаль хеҙмәткәрҙәр аша яңы бешкән икмәк биреп ебәрергә уйлай.