Башҡортостанда «Ҡаргиҙәр» рейдтары башланды05.02.2025
Фото: Өфө хакимиәте сайты

Башҡортостанда «Ҡаргиҙәр» рейдтары башланды

Башҡортостанда үҙ йөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланғанда хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү буйынса «Ҡаргиҙәр» айлығы бара. Өфөлә Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты бүлеге Дәүләт автоинспекцияһы, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Урман хужалығы министрлығы, Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ҡаргиҙәрҙәрҙе һәм мотовездеходтарҙы эксплуатациялауҙы тикшерә.


«Өфөлә генә 1938 ҡаргиҙәр теркәлгән, шуларҙың 1110-ы –  граждандарҙыҡы, 838-е – ойошмаларҙыҡы. Тикшереүҙәр ял көндәрендә лә ойошторола, сөнки күптәр ҡаланан ҡаргиҙәрҙә йөрөргә килә. Айырыуса теркәү ҡағиҙәләрен үтәүгә, ошо транспорт төрө менән идара итеү өсөн рөхсәткә һәм техник тикшереүгә иғтибар бүленә. Шулай уҡ ял итеү урындарында: коттедж ҡасабаларында, прокат пункттарында, спорт базаларында ҡаргиҙәрҙәрҙе дөрөҫ файҙаланыу мөһим», — тип хәбәр итә ҡала хакимиәте.


«Ҡаргиҙәр» операцияһы ошондай юлһыҙ ерҙән йөрөй алған транспортты техник тикшереү ваҡыты менән тап килә. Уны ваҡытында үткәреү өсөн Өфө ҡалаһы, Дим урамы, 2 адресы буйынса дәүләт техник күҙәтеү комитеты бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Телефон: 7 (34-72) 15-11-12.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-05/v-bashkirii-startovali-massovye-reydy-snegohod-4108855



Вернуться назад