Өфө үҙәгендә «Хәкимиә» мәсете яңыртылды
Өфө үҙәгендә төҙөкләндерелгән «Хәкимиә» мәсетен асырға әҙерләнәләр. Был хаҡта ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итә.
«Хәкимиә» мәсете яңырыу кисерә. Баш ҡалабыҙҙың мөһим объекттарының береһендә ремонт-тергеҙеү эштәре тамамланыуға табан бара», — тип яҙа мэр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Шулай уҡ ул иман йортоноң яңыртылған фасадын һәм эске биҙәлешен күрһәтте.
Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы төҙөлөш эштәре барған «Әр-Рәхим» мәсетен 2025 йылда ниндәй үҙгәрештәр көтөүе хаҡында һөйләне.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-05/v-tsentre-ufy-obnovili-mechet-hakimiya-4109014