Владимир Путин Башҡортостандан йөҙйәшәр инәйҙе юбилейы менән ҡотланы04.02.2025

Владимир Путин Башҡортостандан йөҙйәшәр инәйҙе юбилейы менән ҡотланы

Салауат районының Нәсибаш ауылынан Сания Әхмәтова 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан яҡташыбыҙҙы ил президенты Владимир Путин ҡотланы.


«Беҙ һеҙҙең быуын – еңеүселәр быуыны менән ихлас ғорурланабыҙ. Һеҙ Бөйөк Ватан һуғышының ауыр һынауҙарын намыҫ менән үттегеҙ, ә һуғыштан һуң иптәштәрегеҙ, халҡыбыҙ менән илде тергеҙҙегеҙ. Тормош юлығыҙ һәр саҡ  ныҡлыҡ, изгелеккә һәм ғәҙеллеккә ышаныс, Тыуған илгә тәрән һөйөү өлгөһө булып хеҙмәт итер»,  — тиелә ҡотлау телеграммаһында.


Сания Әхмәтова 1925 йылда Салауат районының Нәсибаш ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының тол ҡатыны, тыл эшсәне, хеҙмәт ветераны. Бөгөн йөҙйәшәр инәй балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәрҙәре хәстәрлегенә солғанып йәшәй. 


Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда һуғыш ветеранының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләүе тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-04/vladimir-putin-pozdravil-zhitelnitsu-bashkirii-s-vekovym-yubileem-4107161



Вернуться назад