Ҡорманаевтарҙың ишле ғаиләһендә 12-се бала донъяға килгән03.02.2025
Фото: Ҡорманаевтарҙың шәхси архивынан

Ҡорманаевтарҙың ишле ғаиләһендә 12-се бала донъяға килгән

Дәүләкән районында йәшәгән Ҡорманаевтар ғаиләһендә 12-се бала тыуған. Бәхетле әсә ошондай ҡыуаныслы хәбәре менән уртаҡлашты.


Беҙ уға күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамына ҡағылышлы яңылыҡтар буйынса комментарий биреүен һорап шылтыратҡайныҡ, ләкин әле Гөлназдың башҡа төрлө мәшәҡәттәре икән.


«Мин бала табыу йортонда, бөгөн генә сығырға әҙерләнәбеҙ, – тине Гөлназ. – Сабыйыбыҙ 16 ғинуарҙа донъяға килде, Наҙгөл тип ҡуштыҡ. Һеҙ миңә шылтыратҡас, Республика перинаталь үҙәге һәм Дәүләкән үҙәк район дауаханаһы табиптарына, хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм».


Наҙгөл – Ҡорманаевтарҙың татыу ғаиләһендә етенсе ҡыҙ. Быға тиклем «Ата-әсә ҡаһарманлығы», «Атай ҡаһарманлығы», «Әсәлек даны» миҙалдары менән бүләкләнгән Гөлназ менән Айнур 5 малай, 6 ҡыҙ тәрбиәләгән.


«Башинформ» агентлығы хеҙмәткәрҙәре һоҡланғыс ғаиләне ҡыҙҙары тыуыуы менән ҡотлай!


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың аҙағында Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән Гөлназ Ҡорманаева «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булғайны.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-03/v-mnogodetnoy-semie-kurmanaevyh-iz-bashkirii-rodilsya-12-y-rebenok-4102358



Вернуться назад