Республикала студент отрядтарын үҫтереү буйынса оператив штаб ойошторола03.02.2025
Фото: Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе трансляцияһынан скриншот

Республикала студент отрядтарын үҫтереү буйынса оператив штаб ойошторола

Башҡортостанда студент отрядтарын үҫтереү буйынса оператив штаб булдырыла. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.


«Барлыҡ ведомстволарҙан бөгөнгә асылған вакансиялар буйынса тәҡдимдәр йыйҙыҡ. Штаб булдырырға кәрәк. Студенттар өсөн был эш кенә түгел, ял итеү ҙә. Беҙ ҙә студент йылдарында эшләнек. Йәйгеһен эшләгән аҡса уҡыу йылына етә ине. Матур хәтирәләр», – тип уртаҡлашты Радий Хәбиров.


Республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров билдәләүенсә, штабтың төп бурыстары – вакансияларҙы туплау һәм яңыртыу мәсьәләһе.


«2025 йылға республиканың башҡарма власть органдары 23 000-120 000 һум хеҙмәт хаҡы менән студент отрядтары ағзалары өсөн эш урындары буйынса 5213 тәҡдим индергән. Студент отрядтары –  республикабыҙ өсөн ҙур кадрҙар потенциалы, шулай уҡ кесерәк быуын өсөн яҡшы һәм дөрөҫ өлгө», – тип билдәләне Вито Сабиров.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан ирекмәндәренең Ҡара диңгеҙ пляждарын мазуттан таҙартыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-03/v-bashkirii-sozdadut-operativnyy-shtab-po-razvitiyu-studotryadov-4106016



Вернуться назад