Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерләнергә ҡушты
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә муниципалитет башлыҡтарына Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерләнергә ҡушты.
— Яңы йыл алдынан Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙек. Беҙ Өфөлә Парад үткәрәбеҙ, төрлө саралар ойошторола. Муниципалитет башлыҡтары, ошо бөйөк датаға бәйле пландар ҡора башлағыҙ, — тине Радий Хәбиров республика район-ҡалалары хакимиәттәре етәкселәренә.
«Башинформ» шулай уҡ Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан кадрҙар әҙерләү программаһының башланыуы тураһында хәбәр иткәйне.