Башҡортостанда Роксолана һәм Суан Ву исемле сабыйҙар тыуған03.02.2025
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостанда Роксолана һәм Суан Ву исемле сабыйҙар тыуған

Башҡортостанда 2025 йылдың 1 ғинуарынан 2 февраленә тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың һирәк осраған һәм популяр исемдәре билдәле булды. Был турала ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталы хәбәр итә.


Сервис мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҙҙар араһында – Роксолана, Сәлимә, Амилина, Богдана һәм Дияна, ә малайҙар араһында Рауль, Абрам, Салауат, Суан Ву һәм Аят исемдәре һирәк осрай.


Ә бына Амелия (44), Әминә (41), Йәсминә (31), Ева һәм Эмилия (30-шар), Эмир (42), Әмир (36), Тимур (33), Мирон (32) һәм Михаил (27) исемдәре киң таралған.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-03/v-bashkirii-rodilis-roksolana-i-suan-vu-4105538



Вернуться назад