Үҙеңде уйламаһаң, балаңды ҡайғырт!16.06.2012
Пай ерҙәрен теркәүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды
Уҡыусыларҙан ер пайҙарына ҡағылышлы байтаҡ хаттар, һорауҙар килә. “Ер өлөшөнә документ алыр өсөн ғариза яҙғайным да, һуңланың, тинеләр. Был дөрөҫмө?” — тип яҙа Өфө районынан гәзит уҡыусыбыҙ Кәрим. Уның һәм башҡа уҡыусыларҙың һорауына яуап итеп, аңлатма бирәбеҙ.
Рәсәй Федерацияһының ер пайҙарына ҡағылышлы закондарына ярашлы, өлөшөн теркәргә хоҡуҡлы Рәсәй гражданы 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем урындағы ер комитеттарына, пайсылар йыйылыштарына ғариза бирергә тейеш ине. Ошо ғаризаларҙы ҡарау, документ эштәре 1 июлгә тиклем оҙайтылды. Тимәк, 1 ғинуарҙан алып яңы ғаризалар теркәлмәй. Пайсы өлөшөн айырып алып, үҙ хужалығын ойоштора, килешеү буйынса ҡуртымға бирә ала.
Был мәсьәлә буйынса “Башҡортостан”да даими рәүештә мәҡәләләр, һорауҙарға яуаптар бирелеп тора, артабан да баҫыласаҡ. Гәзит яңы эшкә тотоноусыларға дәрт өҫтәр, ярҙамсы булыр.
Бөгөнгө һанда пайҙарын бынан ике тиҫтә йыл элек үк алған, айырым хужалыҡ булып, үҙ көстәре менән йәшәгән Федоровка районының Батыр ауылы тураһында бәйән итәбеҙ.
Риғәт Нур улы Хажиев,
Саҡмағош районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы:
— Беҙҙә ер пайҙарын рәсми рәүештә теркәү, документлаштырыу эше тамамланды. Сығымдарҙы экономиялау маҡсатында төркөм-төркөм теркәнек. Әгәр кеше айырым ер өлөшөн алырға теләй икән, ул сағында законға ярашлы эш итәсәкбеҙ, теркәү өсөн үҙ сығымдарын түләргә тура киләсәк. Был дөйөм төҫ алмаясаҡтыр, тим, айырым кешеләр генә булыуы мөмкин. Ә былай фермер, крәҫтиән хужалығы ойошторорға теләгәндәргә ҡаршылыҡ юҡ, уларға беҙҙең муниципалитеттар арендаға алған ерҙәрҙән бирелә. Мәҫәлән, “Ғаилә фермаһы” төҙөргә йыйыныусыларға ер дәүләт ерҙәренән бүленәсәк.
Апрель айында Рәсәй Хөкүмәте эшкәртелмәгән ерҙәрҙе тартып алыу тураһында закон ҡабул итте. Таяҡтың башы бит икәү — ерҙе таратыу бер эш, ә шул өлөштө файҙалы итеү, ауыл хужалығы продукцияһы етештереү, эшкәртеү — икенсе. Исем өсөн генә теркәлгән, эшкәртелмәгән ерҙәр булырға тейеш түгел. Шуның өсөн дә был закон бик кәрәк ине. Ғөмүмән, ер кем ҡулында булһа ла файҙа килтерергә тейеш.
Р. Мусин, пайсы:
— Пайҙарын рәсми теркәтеп, бүлеп алырға теләмәүҙәренең сәбәбе бик күп. Беренсенән, уның кадастр буйынса хаҡы булһа ла, айырым пайсы өлөшөн бер банкка ла залогка һала алмай. Ерҙә эшләп китер өсөн техника, башҡаһы кәрәк бит. Ә ике тиҫтә йыл буйы осон-осҡа ялғап йәшәгәндәр уны ҡайҙан алһын? Минеңсә, ерҙең хаҡы булып, шуның, әйтәйек, биш гектарҙан икеһен генә миллион-миллион ярымға залогка һалһа, техника, мал алһа, нисек кенә булмаһын, хужалығын алып китер, банк алдында бурысын ҡаплар ине. Ә ер өлөшөн айырып алыу, райондарҙың ер комитеттарында теркәтеү өсөн байтаҡ аҡса кәрәк. Уныһын һорай беләләр. Ер өлөшөнөң сиген ауыл халҡы белмәй, йыл һайын һалымын түләй, әҙәм көлөрлөк “аренда хаҡы”н игенләтә ала. Ни өсөн? Бер ҡағыҙ киҫәге өсөнмө? Беҙҙә, бигерәк тә ауыл хужалығы өлкәһендә, ҡанундар тик эре хужалыҡтар өсөн генә сыға. Мәҫәлән, һалым буйынса закондарға өҫтәмәләр индерҙеләр. Уның буйынса шәхси хужалыҡтың ере 0,5 гектарҙан артмаҫҡа тейеш. Урынға ҡарап, уны бишкә ҡабатлап була — 2,5 гектар. Ә ер пайҙары, бигерәк тә атай-әсәйеңдекен алһаң, кәмендә 10–15 гектар булып китә. Кеше шәхси эшҡыуар булып теркәлергә, Пенсия фондына 10 мең һумдан ашыу аҡса түләргә, отчет бирергә тейеш. Ошолар ҙа ҡурҡыта халыҡты, шуға ла: “Мин ул пайҙы ни эшләтәйем? — тигән ҡараш тыуа.
Шунан һуң, Өфөгә, үҙәккә яҡын ауылдарҙа ерҙе бүлеп бирергә ашыҡмайҙар, төрлө һылтау табалар. Дөйөм йыйылыш хәл итеүе лә аҡылға һыймаҫлыҡ. Нисек инде һинең өлөшкә күршең, башҡа ауылдашың ҡыҫылырға тейеш? Улар, колхоз заманындағыса, түрә ни әйтә, шуға ҡул күтәреп ултырасаҡ. Түрәгә ярамаһаң — өлөшһөҙ ҡалаһың. Ауыл халҡы судлашып йөрөүҙе өнәмәй. Барыһына ла ҡул һелтәй. Бюрократик кәртәләр булмаһа, теләгән кеше күптән пай ерен алыр ине. Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙәге һымаҡ. Беҙ иһә һаман һуҙабыҙ. Күпме генә ваҡытты оҙонайтма — финиш берәү: йә ерле булаһың, йә... аңлағанһығыҙҙыр инде.
Ғарифулла ЯПпаров, ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры:
— Донъя практикаһы күрһәтеүенсә: кеше үҙ ерендә, үҙ техникаһында эшләп үҫтергән, етештергән продукцияһын үҙе һатһа ғына яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшәсәк. Нисек кенә пай ерҙәренә хужа булыу хоҡуғын таныған документҡа эйә булма, күңелдәренә ауыр алмаһындар, улар әле ерҙәренең ысын хужаһы түгел. Ер хужаһы өс функцияны атҡарырға тейеш: ергә хоҡуҡ алыу, файҙаланыу һәм мөлкәт менән идара итеү. Әгәр ул ошоларҙың береһен үтәмәгәндә лә, мөлкәтенә ысын хужа була алмай. Егерме йылда крәҫтиән хатта үҙ пайының өлөшөнә лә идара итмәй. Ҡулынан эш килерлектәренең бер өлөшө эскегә һалышты, башҡа тармаҡҡа таралды. Ошо дәүер эсендә ауылда тыуып үҫкәндәрҙе ҡала, ҡасабалар тартты. Нефть, газ ятҡылыҡтары, тимәк, аҡсалы Себер тарафтарына киттеләр. Эйе, уларҙың ауылда күпмелер ер өлөшө бар, ләкин үҙҙәре унда һиҙелерлек эш башҡармай. Йәштәрҙе ауылда, йәғни ерҙә, тик ҡала менән бер тиң социаль-көнкүреш һәм мәҙәни шарттар тыуҙырып ҡына ҡалдырып, еректереп була.