Башҡорт алфавиты өсөн үҙенсәлекле 30 шрифт менән ҡулланыу мөмкинлеге булдырылды31.01.2025

Башҡорт алфавиты өсөн үҙенсәлекле 30 шрифт менән ҡулланыу мөмкинлеге булдырылды

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды «Мираҫ» йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды менән берлектә башҡорт алфавиты өсөн 30 төрлө шрифт булдырыу һәм яраҡлаштырыу буйынса үҙенсәлекле проект өҫтөндә эштең тамамланыуы хаҡында иғлан итте.


Дизайнерҙар, нәшер итеүселәр, уҡытыусылар һәм башҡорт теле менән эшләүселәр милли алфавиттың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып әҙерләнгән сифатлы шрифттар коллекцияһын бушлай ҡулланыу мөмкинлегенә эйә. Барлыҡ 30 шрифтты ла проекттың рәсми сайтында, шулай уҡ уңайлы Телеграм-бот аша күсереп алырға була.


Яңы проект ярҙамында бына ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла:


— Дизайнерҙар башҡорт телендә аутентик һәм заманса график материалдар эшләй ала,


— Киң мәғлүмәт саралары һәм нәшриәттәр өсөн сифатлы баҫма продукция сығарыу өсөн инструменттар була,  


— Уҡытыусылар һәм студенттар шрифттарҙы белем биреү һәм ғилми материалдарҙа ҡуллана ала,


— Веб-уйлап сығарыусылар һәм UI/UX-дизайнерҙар цифрлы продукттарҙы башҡорт телен белгәндәр өсөн ҡулайлаштыра ала.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа гранттарҙың нисек ярҙам итеүе хаҡында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-31/polzovatelyam-otkryli-dostup-k-30-unikalnym-shriftam-dlya-bashkirskogo-alfavita-4103710



Вернуться назад