45 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына Өфөнөң почётлы гражданы исеме бирелә31.01.2025
Фото: Ксения Калинина

45 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына Өфөнөң почётлы гражданы исеме бирелә

Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Рәсәй президенты Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына үҙҙәре йәшәгән төбәктәрҙең, ҡалаларҙың һәм муниципалитеттарҙың почетлы граждандары исемен биреү башланғысы менән сығыш яһаны. Һәр фронтовик ошондай статусҡа лайыҡ, тип билдәләне дәүләт башлығы.


Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, ул ҡала советына Башҡортостандың баш ҡалаһында теркәлгән һәм йәшәгән 45 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исемен биреү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт иткән.

«Улар үҙҙәренең ҡыйыулығы, батырлығы менән ошо исемгә лайыҡ булды. Тыуған илде һаҡлағандары өсөн ысын йөрәктән рәхмәт белдерәбеҙ! Ғорурланабыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!»  — тип яҙа Ратмир Мәүлиев.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда Еңеүҙең юбилейына алты меңдән ашыу ветеранға «Путин аҡсаһы» түләнә.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-31/pochyotnymi-zhitelyami-ufy-stanut-45-veteranov-velikoy-otechestvennoy-voyny-4103901



Вернуться назад