Башҡортостан синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте31.01.2025
Фото: Галина Бахшиева

Башҡортостан синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр, урыны менән боҙлауыҡ, томан фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +2, -3 градус. 


Шәмбе, 1 февралдә, республикала урыны менән бер аҙ ҡар һәм епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5, көндөҙ +2, -3 градус.


Йәкшәмбе, 2 февралдә, һауа торошо үҙгәрмәй. Шулай уҡ урыны менән епшек ҡар, боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5, көндөҙ +2, -3 градус.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-31/sinoptiki-bashkirii-rasskazali-o-pogode-v-vyhodnye-4103188



Вернуться назад