Өфөлә үҙенсәлекле балалар өсөн тағы бер үҙәк төҙөлә31.01.2025
Фото: Олег Яровиков

Өфөлә үҙенсәлекле балалар өсөн тағы бер үҙәк төҙөлә

30 ғинуарҙа Өфөлә Йәһүд милли-мәҙәни үҙәге янында Үҙенсәлекле балалар өсөн үҙәккә тәүге нигеҙ ташы һалыу тантанаһы уҙҙы. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең баш раввины Берл Лазар, Өфөнөң һәм республиканың баш раввины Дан Кричевски ҡатнашты.


«Бөгөн Өфө йәһүдтәре ойошмаһы тормошонда ғына түгел, ғөмүмән, республикабыҙҙа ла бик мөһим һәм сағыу ваҡиға. Беҙ бына ике йыл инде беҙҙең хөрмәте ребе менән ошондай объект төҙөү проектын тикшерҙек. Был уның башланғысы ине. Беҙ ер участкаһы алырға ярҙам иттек. Был проектты башлаған саҡта мин 2019 йылда ҡарттар йортон асҡан ваҡытты иҫемә төшөрҙөм. Ул да беҙҙең ҡәҙерле ребе тәҡдиме һәм тырышлығы менән төҙөлгән. Уның өсөн, Өфө йәһүдтәре ойошмаһының 25 йыллыҡ юбилейы йылында, ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Беҙ Башҡортостанда тыныс һәм татыу йәшәйбеҙ. Тотош республика, йәһүдтәр ойошмаһы менән ошо үҙәкте төҙөрбөҙ. Ул беҙгә бик кәрәк. Республикала социаль медицина реабилитацияһына мохтаж 20 меңдән ашыу бала бар», — тине Радий Хәбиров.


Рәсәйҙең баш раввины һүҙҙәренсә, иң яҡшы инвестиция — балаларыбыҙға.


«Үҙенсәлекле балаларға ярҙам итеү — иң изге ғәмәл. Беҙҙең Өфө ойошмаһы үҙ балалары хаҡында ғына түгел, тирә-йүндәгеләр хаҡында ла хәстәрлек күрә. Бына шул була инде халыҡтар дуҫлығы», — тип билдәләне Берл Лазар.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-30/v-ufe-postroyat-esche-odin-tsentr-dlya-osobennyh-detey-4103087



Вернуться назад